Беҙ «Яңы йыл» байрамын бөтәбеҙҙә яратабыҙ. Шатлыҡ килтереүҙән генә түгел, ә күп хәстәрлек килтерә. Магазинда төрлөләгән байрам ассортименттары һатылған өсөн, Яңы йыл байрамдарында балалар һәм өлкәндәр бергә әҙерләнгән йолалар юғалып бара, мәҫәлән, өйҙө биҙәү өсөн биҙәүестәр әҙерләү,үҙ ҡулдары менән бүләктәр эшләү.
1. Проект "Нимә ул яңы йыл"
Актуаллеге.
Беҙ «Яңы йыл» байрамын бөтәбеҙҙә яратабыҙ. Шатлыҡ килтереүҙән генә түгел, ә күп хәстәрлек килтерә. Магазинда төрлөләгән байрам ассортименттары һатылған өсөн, Яңы йыл байрамдарында балалар һәм өлкәндәр бергә әҙерләнгән йолалар юғалып бара, мәҫәлән, өйҙө биҙәү өсөн биҙәүестәр әҙерләү,үҙ ҡулдары менән бүләктәр эшләү.
Төркөм тәрбиәселәре һорау алыу һөҙәмтәләре асыҡланыуынса, балалар ғына түгел, ә ололарҙа байрамдың килеп сығыу тарихы һәм уның йолаһын белеүселәрбик аҙ. Шуға күрә беҙ был хаҡта мөмкин тиклем күберәк белергә һәм төркөмдө Яңы йылға биҙәргә булдыҡ.
Проекттың маҡсаты: балаларҙың ҡыш тураһында, Яңы йыл байрамы һәм уның йолаһы тураһындағы белемдәрен киңәйтеү.
Проекттың бурысы:
- Балаларҙың Яңы йыл байрамы хаҡында һәм йолаһы тураһында ҡараш формалаштырыу;
- Баланың иғтибарына, хәтеренә һәм телмәренә булышлыҡ итеү.
- Балаларҙың һүрәт күргәҙмәһе: «Шыршы - ҡупшы».
Ата-әсәләр менән эш бурыстары:
- Төркөм тормошонда балалар һәм тәрбиәселәр менән берлектә ата -әсәләрҙең актив ҡатнаштырыу.
- Ата-әсәләрҙе «Квант - елка» конкурсында ҡатнашыуын йәлеп итеү.
- Ата-әсәләрҙе Яңы йыл байрамына әҙерләшеүгә йәлеп итеү.
- Ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы бергәләп төркөмгә биҙәүестәр әҙерләргә йәлеп итеү.
Проект төрө: ижад.
Проекттың дауамы: ҡыҫҡа ваҡытлы.
Проектта ҡатнашыусылар: тәрбиәселәр, уртансы төркөм балалары, ата – әсәләр, музыка етәксеһе.
Көтөлгән һөҙөмтәләр:
- Яңы йыл байрамы тураһында балаларҙың белемдәрен байытыу.
- Яңы йыл байрамына әҙерләүҙә Ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы әүҙем ҡатнаштырыу.
- Күргәҙмәләрҙе биҙәү : «Шыршы - ҡупшы».
- Педагогтар, ата – әсәләр һәм балалар проект эшмәкәрлеге процессында әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Проект ойошма формаһы:
- Танып белеү (аппликация, һүрәт төшөрөү, әүәләү, музыка, тирә – яҡ менән танышыу);
- Дидактик уйындар;
- Һүрәт төшөрөү;
- Әңгәмә;
- Хәрәкәт уйындар: «Ҡар», «Ҡуянды баҫтырып ет», «Ҡарһылыуҙы тап», «Өшөтәм».
- Бармаҡ уйындары: «Ҡуянҡайҙар», «ҡышҡы ял».
- Тын юлына уйындар: «Ҡар бөртөгөнә өр», «Ҡар яуа», «Ҡыш бабайға сәләм».
Ата – әсәләр менән эш формалары:
- Ата – әсәләрҙе «Яңы йыл символы» күргәҙмәһенә әҙерләргә йәлеп итеү;
- Ата – әсәләр өсөн мәғлүмәт: папка – передвижка: “Яңы йылдың барлыҡҡа килгән тарихы”, “Балалар өсөн Яңы йыл: нисек байрам ойошторорға”, памятка “Яңы йыл кейеме нисек булырға тейеш!”
Проект этаптары:
1. Әҙерлек этабы:
А). Проект темаһын асыҡлау.
Б). Проектың бурысын һәм маҡсаттарын ғәмәлләштереү.
В). Проекттың төп этапын тормошҡа ашырыу планын төҙөү.
Г). Проекттың мәғлүмәт, күргәҙмә һәм техник материалдарын таратыу.
2. Төп этаптары:
1. Өлкәндәр һәм балаларҙың уртаҡ һәм үҙ аллы эшмәкәрлектәре.
2. Танып белеү һәм телмәр үҫтереү.
3. Коммуникатив:
• тематик дәрес һәм әңгәмә: «Нимә ул Яңы йыл», «Байрамда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре», « Яңы йылға мин ниндәй бүләк теләйем», «Өйҙө нисек Яңы йылға биҙәргә».
- сюжетлы картинаһы буйынса хикәйә төҙөү: «Яңы йыл шыршыһы», “Ҡыш бабай балаларҙа ҡунаҡта”
• дидактик уйын: «Кем, ҡайҙа йәшәй», «шыршыны биҙә»
;
• Ҡыш тәбиғәте тураһында йомаҡтар: (хайуандар, сезонлы күренеш, ҡышҡыһын яуым-төшөм тураһында);
4. Социаль-әхлаҡи үҫеш:
• сюжетлы-ролле уйындар: «Балалар баҡсаһы», «Уйынсыҡтар магазины»;
5. Нәфис әҙәбиәт уҡыу:
• яңы йыл байрамы һәм ҡыш тураһында хикәйәләр, йомаҡтар һәм әкиәттәр;
• ҡышҡы тәбиғәт тураһында әкиәттәр менән таныштырыу;
• мультфильм ҡарау: “Морозко”, “Ҡарһылыу”.
6. Художество-эстетик үҫеш.
• байрамға саҡырыу»;
• «Яңы йыл открыткалары»;
- ҡыш бабайға хат «Минең бүләк»;
- Яңы йыл темаһына аппликация һәм һүрәт төшөрөү: “Ҡыш бабайҙың өйө”, “Шыршыҡай”, “Сысҡан”, “Күңелле ҡыш бабай”;
• Яңы йыл тураһында шиғырҙар, йырҙар, уйындар һәм бейҙәр өйрәнеү;
7. Ғаилә менән бәйләнеш.
* Күргәҙмә өсөн поделкалар: «Йыл символы»
* Яңы йыл шиғырҙарын эҙләү.
* Төркөмдө биҙәү.
*тултырылған папка-передвижка: “Гәлсәр ҡыш”.
3. Йомғаҡлау этабы.
Яңы йыл байрамы “Ҡыш бабайҙа ҡунаҡта”.